12:25 (UTC+5), 16 Май 2025

Өфөлә МХО-ла һәләк булған Ильяс Ишбаевтың исеме мәңгеләштерелде

Фото: Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котовтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Бөгөн Өфөлә МХО-ла һәләк булған Ильяс Ишбаев хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды. Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов хәбәр итеүенсә, яугирҙең исеме үҙе уҡыған 2-се Башҡорт лицейында мәңгеләштерелде.

Ильяс Ишбаев фронтта пулеметсы булып хеҙмәт иткән. Батырлыҡ ордены, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы һәм «Запорожье өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Бер алышта яҡташыбыҙ ҡаты яраланған. Ул рация аша ярҙамға саҡырған һәм яуҙаштары уны хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугир алған яраларынан вафат булған.

«Яугир булыу, тимәк, мәңге йәшәү», — тип яҙа Олег Котов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-16/v-ufe-uvekovechili-imya-pogibshego-v-zone-svo-ilyasa-ishbaeva-4238837

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика