11:26 (UTC+5), 14 Мая 2025

Башҡортостан Башлығы Бәләбәйҙә МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

14 майҙа Бәләбәйҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәләк булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Иван Рычагов, Ринат Сәфәрғәлиев, Павел Селиверстов, Андрей Сулмаков, Сергей Телегин, Сергей Чернятьев һәм Александр Шульганың ғаиләләре менән осрашты.

Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре, хәләл ефеттәренең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ булған генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

– Егеттәр Тыуған иле өсөн ғүмерен бирҙе. Уларҙың һәр береһе аҙаҡҡаса үҙ бурысын намыҫ менән үтәне. Улар – беҙҙең геройҙар, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Беҙҙең уртаҡ бурыс – уларҙы онотмау, ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балалары тураһында хәстәрлек күреү.

Һәләк булған яуирҙәрҙең ғаиләләре теләһә ҡайһы ваҡытта үҙҙәренең үтенесе менән урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә мөмкин, унда уларға мотлаҡ ярҙам күрһәтерҙәр, тип билдәләне республика етәксеһе. Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө.

Башҡортостан Башлығы МХО-ла һәләк булған хәрбиҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү, шулай уҡ уларҙың ата-әсәләрен дауалау һәм һауыҡтырыу буйынса саралар күреүгә айырыуса иғтибар бүлде. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров ғаиләләрҙе үтеп киткән Еңеү көнө менән ҡотланы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-14/glava-bashkirii-vstretilsya-v-belebee-s-semyami-pogibshih-uchastnikov-svo-4234128

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика