10:22 (UTC+5), 07 Мая 2025

Башҡортостан танкистары фронтовиктарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы

Фото: телеграм-канал
Эдуард Ҡусҡарбәков

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы.

Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән фронтовиктарға һәм тыл эшсәндәренә сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

«Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! «Башҡортостан» 31-се полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны исеменән һеҙҙе ошо бөйөк, мөһим байрам менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә мөхәббәт, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ҡаһарманлығығыҙ алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булыр», — тип танкистарҙың һүҙҙәрен килтерә «Башҡортостан Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты» телеграм-каналы.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан танкистарының алғы һыҙыҡтағы хеҙмәте хаҡында яҙғайны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн бер юлы ике миллион һум аҡса бирелә, шулай уҡ ай һайын 210 мең һумдан башланған эш хаҡы түләнә. Бынан тыш, республикала 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. 2024 йылда уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн республика бюджетынан 13,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Тулыраҡ башбат.рф сайтында.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-07/tankisty-iz-bashkirii-pozdravili-frontovikov-s-dnyom-pobedy-4226160

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика