Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.65
0
94.36
0
66.28
-0.59
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин командирҙарҙы Курск өлкәһен азат итеүҙәре менән ҡотланы

Олег Яровиков, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:Олег Яровиков, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәй президенты Владимир Путин командирҙарҙы Курск өлкәһен азат итеүҙәре менән ҡотланы, тип хәбәр итә «Кремль. Новости».

Дәүләт башлығы төркөм командующийына һәм ошо операция барышында айырылып торған подразделение командирҙарына шылтыратып, уларҙы еңеүҙәре менән ҡотланы һәм геройҙарса эш итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Владимир Путин Генштаб начальнигы Валерий Герасимовтан Курск өлкәһен тулыһынса азат итеү тураһында доклад алды, Рәсәй ғәскәрҙәре төбәктең һуңғы тораҡ пунктын – Горналь ауылын дошмандан таҙартты.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-27/vladimir-putin-pozdravil-komandirov-s-osvobozhdeniem-kurska-4215387

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: