11:16 (UTC+5), 22 Апрель 2025

Яҡташ яугирҙең ғаиләһендә унынсы сабый тыуған

Фото: Благовещен районы хакимиәтенең телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Благовещен районынан «Әнис» позывнойлы яугирҙең һәм уның ҡатыны Ксенияның унынсы сабыйы тыуған. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.

Муниципалитетта белдереүҙәренсә, Ксения ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә. Районда тәүгеләрҙән булып яугирҙәр өсөн блиндаж шәмдәре һәм ҡоро душ әҙерләй башлай. Көнкүреш һәм ғаилә мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, Ксения гуманитар йөк туплап, МХО биләмәһендәге иренә һәм уның яуҙаштарына алып барып тапшыра.

Уның ире, өлкән сержант «Әнис» 2022 йылдың авгусынан фронтта. Ксения тормош иптәше менән ғорурлана һәм уны ғаиләһе өсөн ысын терәк тип иҫәпләй.

Хәҙер «Әнис» отпускыла, балалар һәм йәштәр ҡатнашлығындағы  сараларға йөрөй, яуҙағы көндәре тураһында һөйләй. Ләкин ҡатыны менән яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алырға өлгөрмәй, сөнки ул йәнә фронтҡа юллана.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-22/v-mnogodetnoy-semie-uchastnika-svo-iz-bashkirii-rodilsya-desyatyy-rebyonok-4208356

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика