06:46 (UTC+5), 22 Апреля 2025

Башҡортостан МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проекттарына ғаризалар һаны буйынса беренсе урында

Фото: Олег Яровиков
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостан МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проекттарына ғаризалар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынға сыҡты — «Башҡортостан Геройҙары» проектына 2026 ғариза килде. Өс лидер иҫәбендә Краснодар крайы һәм Нижегород өлкәһе лә бар.

Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһының төбәк аналогтарында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Тотош илдән 46 меңдән ашыу махсус хәрби операция яугире ошо проекттарҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ҡайһы бер төбәктәрҙә бер урынға конкурс 25 кешенән ашып китә.

Бындай ҡыҙыҡһыныу геройҙарыбыҙҙың үҙ иленә, хәҙер инде тыныс тормошта, лидерҙар һәм идарасылар булып хеҙмәт итергә әҙер икәнен күрһәтә.

«Башҡортостан геройҙары» – «Геройҙар ваҡыты» программаһының төбәк аналогы, МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан яңы быуын етәкселәрен әҙерләүгә йүнәлтелгән. Проект республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ғәмәлгә ашырыла.

«Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Геройҙар ваҡыты» федераль проектын киңәйтәбеҙ. МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйбеҙ», – тип белдергәйне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы буйынса һайлап алыуҙың икенсе этабы башланды.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-22/bashkiriya-lidiruet-po-chislu-zayavok-na-kadrovye-proekty-dlya-uchastnikov-svo-4207736

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика