Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
65.82
-2.14
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Республика етәксеһе шәхси хәрби компания ветерандарына түләүҙәр мәсьәләһен ҡарарға ҡушты

Шәхси хәрби компаниялар составында МХО-ла ҡатнашҡан хәрби хәрәкәттәр ветерандарына аҡса түләнмәүе ғәҙел түгел, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был хаҡта республика етәксеһе бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында белдерҙе.

«Һәр эш сәфәре барышында мин яугирҙәрҙең туғандары менән осрашам. Салауат һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында һәләк булған ир-егеттәрҙең ата-әсәләре менән осраштым. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы танытмаһын алған яугирҙәргә беҙҙең аҡса түләнмәй, тинеләр миңә. Был ғәҙел түгел тип уйлайым. Төрлө нюанстар бар, ошомиңә тәҡдимдәр индереүегеҙҙе һорайым», — тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров Башҡортостандың «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-21/glava-bashkirii-poruchil-rassmotret-vopros-vyplat-veteranam-chvk-4206396

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: