10:59 (UTC+5), 15 Апреля 2025

Яҡташ яугир ДНР-ҙа ҡаланы азат иткәндә батырлыҡ күрһәткән

Фото: Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдиновтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Учалы районынан махсус хәрби операция яугире, «Ҡолош» позывнойлы кесе лейтенант Донецк Халыҡ Республикаһының Запорожье ҡалаһында ВСУ позицияларын штурмға алғанда ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән.

Командирҙың муниципалитет хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдиновҡа ебәргән хатынан билдәле булыуынса, «Ҡолош»тоң төркөмө дошмандың ҡаты уты аҫтына эләккән.

Ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, башҡорт яугиренең тәүәккәл эш итеүе штурмовиктарға үҙҙәренең рухын күтәрергә, дошман позицияларын баҫып алырға һәм тотоп ҡалырға, контрһөжүмгә юл ҡуймаҫҡа ярҙам иткән. 

Был хаҡта Рәсәйҙең Оборона министрлығы ла хәбәр иткәйне.

«Үҙәк» ғәскәрҙәр төркөмө подразделениелары Донецк Халыҡ Республикаһының Запорожье ҡалаһын азат итеүгә өлгәште», — тиелә Оборона ведомствоһының 2025 йылдың 30 мартындағы белдереүендә.

Әйткәндәй, «Ҡолош» хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн Жуков миҙалы һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-15/uchastnik-svo-iz-bashkirii-proyavil-geroizm-pri-osvobozhdenii-goroda-v-dnr-4198863

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика