Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84
0
96.22
0
64.76
+1.43
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Өфө студенты МХО-ға хеҙмәт итергә киткән

Өфөнөң Киров районы хакимиәте
Фото:Өфөнөң Киров районы хакимиәте

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжы студенты «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы составында хәрби бурысын үтәү өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Был хаҡта Өфөнөң Киров районы хакимиәте хәбәр итә.

«Молодой» позывнойлы яугир хәҙер М.Нагаев исемендәге батальон сафтарында өлкән тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалдары менән бүләкләнгән.

Бынан алдараҡ Башинформ популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың яҡташыбыҙҙы МХО-ға оҙатыуы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-08/student-iz-ufy-otpravilsya-sluzhit-na-spetsoperatsiyu-4188711

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: