


Йылайыр районынан махсус хәрби операция яугире, гвардия ефрейторы Павел Голубцов хәрби бурысын үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм профессионализм күрһәткән. Ул ВСУ-ның ике FPV-дронын атып төшөргән. Яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында Рәсәйҙең Оборона министрлығынан хәбәр иттеләр.
Оборона ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Павел Голубцов фронт һыҙығына шәхси состав һәм боекомплект ташыған. Маршрут тамамланыуға бер нисә метр ҡалғас, уның автомобиле дошмандың дрон-камикадзелары һөжүменә дусар булған.
Водитель һауанан хәүеф янауын ваҡытында күреп ҡалған. Машинаны туҡтатып, иптәштәренә ағастар араһына йәшенергә ҡушҡан, ә үҙе автоматтан дошмандың пилотһыҙ аппараттарына ҡаршы ут асҡан. Башҡортостан яугире беренсе БПЛА-ны атып төшөргән. Икенсе «камикадзе»ны ла снайпер пуляһы юҡ иткән.
Павел Голубцов, күк йөҙөнөң таҙа булыуына инанғас, юлын дауам иткән һәм тейешле урынға иҫән-һау барып еткән. Һауа һөжүме ваҡытында яугирҙәрҙең береһе лә яраланмаған. Хәрби бурыс уңышлы үтәлде, тип билдәләнеләр оборона министрлығында.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.