08:11 (UTC+5), 03 Апреля 2025

Яҡташ яугир генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Фото: Асҡын районы хакимиәтенең телеграм-каналы
Альмира Давлетбаева

Ҡарткиҫәк ауылынан «Башҡорт» позывнойлы махсус хәрби операция яугире генерал Шайморатов миҙалы, шулай уҡ Оборона министрлығының «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Бынан тыш, яҡташыбыҙ «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән билдәләнде. Был хаҡта Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Ул 2022 йылдың көҙөндә илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндән алып МХО-ла ҡатнаша. «Башҡорт» хәрби әҙерлекте Ҡазанда үткән, шунан һуң ул  туғандаш республика полкына яҙылған.

«Башҡорт» тәүге көндәрҙә радиотелефонист бурыстарын башҡарған. Һуңынан уны водитель итеп ҡуйғандар. Муниципалитет хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ армияла Т-72 танкының механик-водителе булып хеҙмәт иткән һәм хәрби машинаны йөрөтөү инструкторы булған. МХО башланғансы водитель-механик һәм ауыл хужалығы машиналарын ремонтлаусы һөнәрен үҙләштергән.

Алғы һыҙыҡтағы намыҫлы хеҙмәте өсөн яугир Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылдың 24 апрелендәге указына ярашлы генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-03/uchastnika-svo-iz-bashkirii-otmetili-vysokoy-nagradoy-tatarstana-4181980

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика