10:15 (UTC+5), 02 Апреля 2025

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау үҙәге өсөн аҡса табылды

Фото: Олег Яровиков
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһын МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге итеп үҙгәртергә финанслау сығанағы табыуҙары тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, эштәр 50 миллион һумға баһалана.

Республика етәксеһе бөгөн үк реабилитация үҙәген әҙерләү тураһында бойороҡтарға ҡул ҡуйырға ҡушты.

«Аҡса таптым, ремонт эштәренә тотоноғоҙ. Киләһе дүшәмбегә тиклем тулы юл картаһын көтәм. Уны өс-дүрт айҙан асырға кәрәктер тип уйлайым. Тимәк, яугирҙәрҙең ҡайтыуына беҙҙә әҙер, заман талаптарына ярашлы үҙәк булырға тейеш. Был йәһәттән ныҡ ҡына кәңәшләшеү мөһим, әгәр ҡайҙалыр шундай үҙәктәр булһа. Сөнки һуғыш яраларының үҙ спецификаһы бар, шулай уҡ ҡорамалдар талап ителә. Иң мөһимен мин хәл иттем. Ҡатмарлы шарттарҙа бының өсөн аҡса таптым», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башинформ хәбәр иткәнсә, реабилитация үҙәген асыу шифахана эшенә бер нисек тә йоғонто яһамай. Әлеге ваҡытта унда ял итеүселәрҙе ҡабул итеү өсөн дөйөм майҙандарҙың 25% ғына ҡулланыла. Ҡалған 75% яугирҙәрҙе реабилитациялау һәм тергеҙеү өсөн тәғәйенләнә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-04-02/v-bashkirii-nashli-dengi-dlya-reabilitatsionnogo-tsentra-uchastnikov-svo-4180829

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика