

Махсус хәрби операцияла табиптарға ғәйәт ҙур яуаплылыҡ өҫтәлә. Шулай ти Борай районынан «Афина» позывнойлы шәфҡәт туташы. Әлеге ваҡытта яҡташыбыҙ фронт госпиталендә хеҙмәт итә. Ул хәрби хәрәкәт зонаһында рух көсөнөң оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Ҡыйыу ҡыҙ һәм яугирҙәр хаҡында видеояҙма «Махсус операция геройҙары Z» телеграм-каналына һалынған.
«Афина» МХО-ға тиклем Өфөнөң Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында операция шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул медицина колледжын тамамлағас та хәрби ойошмала эшләргә теләй, әммә ҡыҙҙы ата-әсәһе был уйынан кире күндерә. Әммә «Афина» маҡсатына тоғро ҡала һәм МХО биләмәһендә хеҙмәт итеү юлын һайлай.
«Бында дисциплина бар, һин нимә эшләргә кәрәклеген беләһең. Хеҙмәт лайыҡлы баһалана. Тыныс тормошта һин «ирекле кеше». Сирләп, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын алырға мөмкин. Ә бында яуаплылыҡ ифрат ҙур. Беҙ ир-егеттәребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ», — ти «Афина».
Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, «Афина» ҡустыһы һәм әсәһе өсөн терәк булып тора. «Фиҙакәрлек һәм профессионаллек өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.