

БСТ телеканалы «Әсәй» исемле хәйриә концерты ойоштора. 2025 йыл Башҡортостанда – «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү», Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар йылы» тип иғлан ителде. Ил тыныслығын һаҡлаусыларға оло хөрмәт билдәһе был.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә көс-ҡеүәт биреүсе изге кешеләр — бөйөк әсәләр. Ғәзиз балаһының һау-сәләмәт ҡайтыуын эстән ут янып, тыштан тыныс көткән фәрештәләр. Улы, һис шикһеҙ, еңеү яулап иҫән ҡайтасаҡ. Сөнки тыуған ерендә уны Әсәһе көтә. БСТ телеканалында бер йылдан ашыу барған «Әсәй» телевизион тапшырыуы геройҙары — яугир әсәләре. Ошо арауыҡта 50-нән ашыу тапшырыу эфирға сыҡҡан. Программа геройҙары — Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән оло йөрәкле сабыр әсәләр.
2 апрелдә БСТ телеканалы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә донъялағы иң ғәзиз кешеләргә арналған хәйриә концерты ойоштора. Сарала «Әсәй» телевизион тапшырыуы геройҙары һәм билдәле сәхнә оҫталары ҡатнаша. Рөстәм Ғиззәтуллин, Әлфиә Юлсурина, Рәсүл Ҡарабулатов, Әлим Ҡәйүмов, Лилиә Ишемйәрова, Сәғиҙулла Байегет, Дияна Ишниязова, Фәрүәз Урманшин, Алһыу Бәхтиева, Хәсән Усманов, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Гөлсинә Мәхәмәҙиева, Рәдиф Зарипов, Фәриҙә Ғаззалова, «Премьер» төркөмө, «Ябай малай», Иҙрис Кәлимуллин һәм башҡалар.
«Тапшырыу авторҙары Зилә Баймырҙина, Рәйсә Ҡаҙбулатова, Айнур Ибраһимов, хәйриә сараһын ҡуйыусы режиссер Радик Фәтхиев, компьютер графикаһы инженерҙары Наил Айнуллин, Линар Нурғәлиев, Эльмир Йыһануров, ғөмүмән, проектта ҡатнашҡан һәр кеше бар күңелен биреп эшләй. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә бит. Беҙ ойошторған кисә тамашасыларҙың күңелен арбаһын һәм хәтерендә ҡалһын өсөн тырышабыҙ», - ти проект авторы һәм етәксеһе, БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Хәйриә сараһына билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙәргә йүнәлтелә.
6+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.