

Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев МХО биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгән яҡташтары менән осрашты. Муниципалитет етәксеһе коллегалары менән фронтҡа гуманитар йөк алып килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Фаил Мөхәмәҙиев Дыуан районының ҡыйыу яугирҙәренә генерал Шайморатов миҙалдары тапшырҙы.
Гуманитар ылауға хәрбиҙәргә маскировка селтәрҙәре, эсәр һыу, таҡталар, төҙөлөш материалдары, тәгәрмәстәр, шәхси посылкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тейәлгәйне.
«Гуманитар ярҙамды алып барҙыҡ, посылкаларҙы, аҙыҡ-түлекте, әйберҙәрҙе, хаттарҙы, тыуған йорттоң йылыһын тапшырҙыҡ. Яугирҙәр һәр кемгә рәхмәт белдерә. Уларҙы тыуған яҡта яҡындары көтә, уларға ышана. Уҡыусыларҙың хаттарын уҡыйҙар, «бер мәлгә өйгә ҡайтҡандай кеүек булаһың, һине көтөүҙәрен тояһың», ти яугирҙәрҙең береһе. Ысын күңелдән яҙылған һүҙҙәр уларға көс бирә, кәйефен күтәрә», — тип яҙа Фаил Мөхәмәҙиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.