

Бөгөн Радий Хәбиров республика хөкүмәте ултырышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.
Президент Владимир Путин указы менән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының механик-водителе Фрол Ефимов Изге Георгий ордены һәм IV георгий тәреһе менән бүләкләнде.
Башҡортостан Башлығы указдары менән Үҙәк хәрби округының разведчиктар взводы командиры, өлкән лейтенант Радик Хөснуллин һәм 12-се айырым гвардия Кёнигсберг-Городок Ҡыҙыл Байраҡлы, Жуков орденлы инженер бригадаһы командиры, гвардия полковнигы Сергей Шевчук генерал Шайморатов орденына лайыҡ булды.
Офицер республика етәкселегенә һәм Радий Хәбировҡа үҙенә ышанып тапшырылған берләшмәне юғары баһалауы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм МХО биләмәһендә ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеренә ышандырҙы.
Башҡортостанда урынлашҡан хәрби часҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ, тип билдәләне республика етәксеһе.
Шулай уҡ хәрби-сәйәси эш буйынса идаралыҡтың рота командиры, кесе лейтенант Вадим Шәйҙуллин генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.