

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыу өсөн теркәү ваҡыты 2025 йылдың 31 мартына тиклем оҙайтылды.
Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусылар алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында яҡшы идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн мөһим сифаттарға эйә булғандар бар, тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ил төбәктәрендә «Геройҙар дәүере» федераль кадрҙар программаһы кеүек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасылар әҙерләү программалары эшләй. Республикала ул «Башҡортостан геройҙары» тип атала, программа 2025 йылдың 24 февралендә старт алды. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.
10 мартҡа ҡарата унда ҡатнашыу өсөн 900-ҙән ашыу ғариза теркәлгән. Уларҙың яртыһынан ашыуы – алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр. Ғариза тапшырыусыларҙы 93% — республикабыҙҙан, ә 7% —Рәсәйҙең 36 төбәгенән.
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һүҙҙәренсә, Волга буйы федераль округында төбәк кадрҙар программаларында 5 меңдән ашыу кеше теркәлгән.
Ҡатнашыу шарттары тураһында тулыраҡ – героиБашкортостана.рф сайтында.



© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.