13 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге МХО ветерандарын һәм инвалидтарын социаль яҡлау хәйриә фонды ойошторған музей экспозицияһы менән танышты. Бында ул легендар комдив исемен йөрөткән Ирекле батальон ветерандары советы активы менән осрашты.
Музей экспозицияһын булдырыу эше батальон ветерандары тәҡдиме менән 2023 йылдың көҙөндә башланған. Улар үҙҙәре бина тапҡан, ремонт эшләгән. Бында хәрби подразделениеның флагтары, ҡорал макеттары, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре, амуниция, ветерандар һәм хәрбиҙәр йыйған боеприпас ярсыҡтары бар.
М.Шайморатов исемендәге батальон ветерандары советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Дмитрий Жуков бында МХО ҡатнашыусылары һәм ветерандарының йыйылыуы, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларын сәй табынына саҡырыуҙары хаҡында һөйләне. Батальон ветерандары экспозиция һәм яуҙаштары өсөн сувенир продукция әҙерләү менән дә шөғөлләнә.
М. Шайморатов исемендәге МХО ветерандарын һәм инвалидтарын социаль яҡлау хәйриә фонды директоры, генералдың туғаны Марат Ғәҙелшин әйтеүенсә, фонд ойоштороу идеяһы – беренсе ирекле батальон яугирҙәренеке. Ул ваҡытта «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ла булмай. Хәҙерге көндә хәйриә фонды Башҡортостан яугирҙәре булған подразделениеларға гуманитар йөк әҙерләп ебәреү менән шөғөлләнә. Фонд аҡсаһы иҫәбенә квадрокоптерҙар, ретрансляторҙар, бәйләнеш станциялары, дронға ҡаршы ҡоролмалар һатып алына.
Хәйриә фондының попечителдәр советы ағзаһы, Шайморатов исемендәге батальондың «Медведь» позывнойлы легендар комбатының хәләл ефете Елена Токарева һүҙҙәренсә, йәш быуын менән патриотик эшкә ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуҙарҙа батальон ветерандары МХО-ның башланыу сәбәптәре, хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең батырлыҡтары тураһында һөйләй.
Фонд ҡарамағында МХО яугирҙәре әсәләренең комитеты эшләй. Етәксеһе — һәләк булған «Хитрый» позывнойлы хәрбиҙең әсәһе Светлана Щербинина. Фондтың үҙ юрисы бар – батальон ветераны Азамат Үтәгәнов,. Ул МХО барышында яраланып, инвалид булып ҡалған, яңыраҡ республика Башлығы яҡташыбыҙға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
Фонд МХО ветерандарына эшкә урынлашырға, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙамлашырға тырыша.
Килеп тыуған мәсьәләләрҙе ныҡлап тикшереү өсөн батальон ветерандары һәм фонд вәкилдәре менән тағы бер тапҡыр осрашыу ойошторорға кәрәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Шайморатов исемендәге батальон музейы барыһы өсөн дә асыҡ. Ул Ленин урамындағы 43-сө йортта урынлашҡан. Эш көндәрендә иртәнге 10-дан киске 5-кә тиклем килеп ҡарарға мөмкин.