

170 дронға ҡаршы юрған — 170 ҡотҡарыласаҡ ғүмерҙәр. Республикабыҙ ауылдары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға дәррәү ярҙам итә. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Федоровка ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» район конкурсында еңгән приз аҡсаһына 170 дронға ҡаршы юрған теккән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә ауыл хакимиәте башлығы Наталья Лебедева һөйләне.
«Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға булғас, ниндәй генә сумма отһаҡ та, һалдаттарға ярҙамға тотонасаҡбыҙ, тип ҡарар иткәйнек. Муниципаль этапта еңгән 100 мең һум аҡсаға дронға ҡаршы юрған тегеү өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алдыҡ. 10 көндә 170 дана тегеп тә ҡуйҙыҡ. Кисә уларҙы ауылыбыҙ хәҙрәте Юлай Юнысов МХО зонаһына алып китте. Шулай уҡ һалдаттарға 10 маскировка селтәре, 4 йәшник окоп шәме һәм ҡоро душтар ебәрҙек. Бынан тыш, ауыл халҡы йылы ойоҡбаштар, таҫтамалдар, тәмлекәстәр һәм ҡайнатмалар һалды», — тине Наталья Лебедева.
Әйткәндәй, гуманитар ярҙамдың бер өлөшө Рәсәй Геройы Никита Петровҡа тапшырыласаҡ. Ул сығышы менән Хәйбулла районының Яңы Петровка ауылынан.
«Кисә генә геройыбыҙ бәйләнешкә сыҡты, дронға ҡаршы юрған һораны. Беҙ уға шәхси посылка ебәрҙек», — ти ауыл хакимиәте башлығы.
Хәйбулла районының Федоровка ауылында гуманитар ярҙам әҙерләү буйынса тотош штаб булдырылған. Унда кешеләр ғаиләләре менән килә: кемдер тегеү машинаһы артына ултыра, кемдер окоп шәмдәре яһай, бәғзеләр маскировка селтәре үрә…
«Кәрәк икән, төндә лә йыйылабыҙ. Сөнки күптәребеҙ көндөҙ эшләй. Һуңғы ваҡытта ир-егеттәр ҙә әүҙем ярҙамлаша, окоп шәмдәрен тултыра, ҡотҡарыу беләҙектәре эшләй. Башҡа ауылдарға ярҙам итергә лә өлгөрәбеҙ. Яңыраҡ Ырымбур өлкәһендә ҡоро душ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек», — тип уртаҡлашты Наталья Лебедева.
Бынан алда «Башинформ» МХО зонаһына гуманитар ярҙам ебәрҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.