

«Африка» позывнойлы яҡташыбыҙ, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы расчеты начальнигы Антон Иванов МХО биләмәһендә ВСУ-ның 350-нән ашыу һалдат һәм офицерын, шулай уҡ дошмандың тиҫтәләгән нығытылған позицияларын юҡ иткән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.
Кесе сержант Иванов БПЛА взводы ойошторолған көндән алып дрон операторы булып эшләй. «Африка» — һауа разведчигы, дошмандың ҡайҙа икәнлеген асыҡлай. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән осорҙа яугир бер нисә тапҡыр дошман подразделениеларының ҡайҙа икәнлеген асыҡлап, уларҙың хәрәкәт итеүен туҡтатыуға өлгәшкән.
Ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Антон Иванов Батырлыҡ ордены, «Ҡыйыулыҡ өсөн», генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың 9 декабрендә — Ватан Геройҙары көнөндә Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин Башҡортостан яугиренә Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы йондоҙон тапшырҙы.
Ошо хаҡта һәм махсус хәрби операция яңылыҡтары тураһында «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» рубрикаһында уҡығыҙ.
Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.