09:36 (UTC+5), 28 Января 2025

Башҡортостан яугире «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Фото: Баҡалы районы башлығы Олег Ефимовтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Баҡалы районы егете Руслан 2024 йылдың июнендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған, сентябрҙә яраланған, ноябрҙә иһә уны юғары дәүләт наградаһына — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим иткәндәр.

Баҡалы районы хакимиәте башлығы Олег Ефимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыйыу яҡташы тураһында яҙа.

Руслан алғы һыҙыҡта еңел транспортёрҙа – баггиҙа йөрөй, яралыларҙы ташый, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, хәрби комплекттар килтерә.

Алыштарҙың береһендә Руслан яраланған. Заданиены уңышлы үтәгәндән һуң позицияға ҡайтып килгән яугирҙәрҙең автомобиленә ВСУ дроны төшкән.

«Команданың аныҡ эше паникаға бирелмәҫкә, ваҡытында йәшенергә һәм ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Яҡташыбыҙ ошо ҡаһарманлығы өсөн наградаға тәҡдим ителде, 2024 йылдың ноябрендә батальон командиры уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы», — тип яҙа Олег Ефимов. — Яҡташтарыбыҙ бына шундай. Ябай ғына егеттәр ҡатмарлы эш башҡара –граждандарыбыҙҙы һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Уларҙың иҫән-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ!»

Башҡортостанда йәшәүселәр ил хәрби ведомствоһының 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Һайлап алыу пунктының номеры (347) 248-29-31.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-28/uchastnik-svo-iz-bashkirii-nagrazhdyon-medalyu-za-otvagu-4098800

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика