

«Хан» позывнойлы МХО яугиры Баймаҡ районынан мәктәп уҡыусыһына көтөлмәгән бүләк ебәргән. Был хаҡта район хакимиәте хәбәр итә.
Күсей ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Асия Игебаева МХО зонаһында хеҙмәт итеүсе яҡташтарына хат яҙған. Мәктәп уҡыусыһының хаты «Хан» позывнойлы һалдаттың ҡулына барып эләгә. Алтынсы класс уҡыусыһының ихлас теләктәшлек һүҙҙәре хәрби кешегә бик ныҡ тәьҫир итә һәм ул ҡыҙға рәхмәт билдәһе итеп бүләк ебәрергә ҡарар ҡыла.
– Был ваҡиға беҙҙең һалдаттар өсөн ярҙамдың ни тиклем мөһим булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Берҙәмлек, халыҡ ярҙамы тойғоһо яугирҙар өсөн көслө этәргес булып тора, – тип хәбәр иттеләр Баймаҡ районы хакимиәтенән.
Хакимиәттә шулай уҡ гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итеүҙәре хаҡында иҫкәрттеләр. Посылкалар М.Шайморатов исемендәге штабта ҡабул ителә, ул киләһе адрес буйынса урынлашҡан: Баймаҡ ҡалаһы, Әлибаев урамы, 53-сө йорт.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.