

Башҡортостан вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы логотибын күрһәтте.
«Логотип республиканың яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында онотмауы, хәстәрлек күреүе тураһында танылып торған символ булырға тейеш», – тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың октябрендә «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» форумы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылды МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылы тип иғлан итте.
– Бөгөн махсус хәрби операция шарттарында ҡаты яраланған яугирҙәргә ярҙам итергә кәрәк. Уларҙы тулы ҡанлы тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү мөһим. Шуға күрә киләһе йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йылы тип иғлан итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда йәшәүселәр Оборона министрлығы менән контракт төҙөү өсөн онлайн ғариза бирергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.