08:15 (UTC+5), 16 Января 2025

Яҡташ яугиребеҙ иптәштәрен ВСУ дрондары һөжүменән ҡотҡарған

Фото: Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужиндың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Себенле ауылынан «Шайтан» позывнойлы яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә иптәштәрен ҡотҡарған. Был хаҡта Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин хәбәр итә.

Яугир штурм төркөмө менән ҡатмарлы хәрби бурысты үтәргә юлланған. Һуғышсыларға ВСУ-ның терәк пунктын баҫып алырға тигән бойороҡ бирелгән. Сигенергә теләмәгән дошман беҙҙекеләргә дрондар менән һөжүм иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, штурмовиктарҙың бер нисәһе төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.

«Шайтан» яралыларға медицина ярҙамы күрһәткән, иң мөһиме, ялан шарттарында дүрт иптәшенең ҡан ағыуын туҡтатҡан. Әлшәй егете яңғыҙы өс иптәшен, ә эвакуация төркөмө ярҙамында тағы алты кешене хәүефһеҙ урынға илткән.

«Рядовойҙың ҡыйыу аҙымы бурысты аҙ юғалтыуҙар менән үтәргә, ә уның тактик медициналағы белеме байтаҡ ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән», — тип яҙҙы Наил Әбелғужин социаль селтәрҙә.

«Шайтан» өлөшләтә мобилизация буйынса махсус операция биләмәһенә саҡырылған, һуңынан хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөгән. Яңыраҡ уның әсәһе хәрби часть командирынан рәхмәт хаты алып ҡыуанған.

«Хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгән яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланам. Яугирҙәрҙең барыһына ла сәләмәтлек, түҙемлек һәм көслө рух теләйем. Һеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ», — тип билдәләне Наил Әбелғужин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-16/uchastnik-svo-iz-bashkirii-vyvel-tovarischey-iz-pod-udarov-dronov-vsu-4085173

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика