10:26 (UTC+5), 13 Января 2025

Республикала йыл башынан 10 хәрбиҙәр колоннаһы МХО-ға юлланды

Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостандан 2025 йылдың башынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙең 10 колоннаһы махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер Ирек Сәғитов белдерҙе.

«Республиканың ЮХХДИ һәм дәүләт комитеты (Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты) хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында исемле батальондар хәрбиҙәре, мобилизацияланғандар ултырған автобустар юлға сыҡты. Республикабыҙға, шул иҫәптән һеҙгә, Радий Фәрит улы, уңайлы автобустар менән тәьмин иткән өсөн ыңғай баһа бирелде. Кешеләр рәхмәтле, шәхси составтың да хәрби рухы көслө», — тине Ирек Сәғитов.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙе Донбасҡа йөрөткән автобус водителдәрен, шулай уҡ МХО биләмәһенә гуманитар йөк ташыған фура водителдәрен дәртләндереү кәрәклеген дә иҫкә төшөрҙө.

«Уларға ошондай ҡатмарлы һәм хәүефле хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Өфөлә 200-ҙән ашыу яугирҙе МХО биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-01-13/iz-bashkirii-s-nachala-2025-goda-na-svo-otpravilis-10-kolonn-s-voennosluzhaschimi-4081713

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика