

9 ғинуарҙа Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Сергей Ғиззәтуллин, Илгиз Ғайсаров, Илвир Ғәлләмов, Фидан Хәбибов, Юлай Хәнәфин, Илнар Ғилмановтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика етәксеһе һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яҡташтарыбыҙ үлгәндән һуң бүләкләнгән генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
«Егеттәр Тыуған иле өсөн ғүмерен ҡорбан итте. Һәр береһе аҙаҡҡаса үҙ бурысын үтәне. Улар – ысын геройҙар, һәм беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – улар тураһында хәтерҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, патриоттар, Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ, улар хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Төп бурысыбыҙ – яугирҙәре онотмау, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балалары тураһында хәстәрлек күреү».
Башҡортостан Башлығы Республика кардиология үҙәгендә МХО-ла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы булыуы тураһында ла иҫкә төшөрҙө.
«Улдарығыҙҙы һәм ирҙәрегеҙҙе кире ҡайтарып булмай, быны мин аңлайым, ләкин һеҙгә артабан йәшәргә һәм һаулығығыҙҙы нығытырға, ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләргә ярҙам итергә кәрәк. Муниципалитет хакимиәттәре һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, уларҙың ғаиләләре менән һәр саҡ бәйләнештә булырға, уларға ярҙам күрһәтергә тейеш», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе шулай уҡ райондың МХО ветерандары менән аралашты. Улар эшкә урынлашыуҙары, ауылда уҙғарылған патриотик сараларҙа ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне һәм Радий Хәбировҡа шәхсән иғтибары, алғы һыҙыҡта хәрби бурыстарын үтәгән яугирҙәребеҙгә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.