2024 йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыуға 10 миллиард һум йүнәлтелде. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.
«Алда махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү буйынса етди эш тора. Беҙ фронтҡа, яңы төбәктәргә, Курск һәм Белгород өлкәләренә 142 гуманитар ылау оҙаттыҡ. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төбәк ярҙам сараларын бойомға ашырабыҙ. Ошо маҡсатҡа 10 миллиард һум йүнәлтелде. Был беҙҙең өсөн төп йүнәлеш булып тора. Шуға күрә киләһе йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде», — тине Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.