06:52 (UTC+5), 26 Декабря 2024

Республикабыҙ депутаттары МХО яугирҙәренә гуманитар йөктө алып барып тапшырҙы

Фото: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары Донбасҡа гуманитар йөк тейәгән колоннаны оҙатып барҙы. Был юлы гуманитар ярҙам менән бергә Красный Луч ҡалаһынан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары өсөн яңы йыл бүләктәре һәм Петровское ауылы өсөн Яңы йыл шыршыһы ебәрелде.

«Балалар Яңы йылды түҙемһеҙләнеп көтә, мөғжизә көтә. Беҙ Красный Луч ҡалаһына – яңы йыл бүләктәре, ә Петровское балаларына Күмертауҙан шыршы алып килдек. Баҡтиһәң, ауылда һәм тирә-йүндә шыршы ҡалмаған тиерлек. Бер өлөшө янғында юҡҡа сыҡҡан, бер өлөшөн халыҡ утынға ҡырҡҡан. Ошо көндәрҙә ауылдың төп майҙанын Башҡортостандан килтерелгән һигеҙ метрлыҡ шыршы биҙәйәсәк», – тине Константин Толкачев.

Депутаттар ярҙам йыйыу эшен даими алып бара, ләкин нәҡ ошо партия Башҡортостандың Конституция советы ағзалары ҡатнашлығында парламентарийҙарҙың шәхси аҡсаһына  йыйылған, тип белдерҙе парламент спикеры. Колонна составында яугир яҡташтары янына Архангел, Ауырғазы, Дыуан, Ҡырмыҫҡалы һәм Шаран райондары вәкилдәре лә барҙы.

Дәүләт Йыйылышы рәйесе һәм сәфәрҙә ҡатнашҡан депутаттар Бердянск, Красный Луч, Днепрорудное, Геническ, Мелитополь, Донецк, Луганск ҡалаларында хәрбиҙәр менән осрашты. Луганск госпиталендә парламентарийҙар Башҡортостандан килгән ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙы барып күрҙе. Ҡаһарманлығы менән айырылып торған яугирҙәр дәүләт наградалары менән бүләкләнде.

Донецкиҙа һәм Луганскиҙа парламент-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Красный Луч һәм Днепрорудное ҡалаларында һыу менән тәьмин итеү, ремонт эштәрен ойоштороу, техника менән тәьмин итеү мәсьәләләре күтәрелде.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән өсөн кредит буйынса бурыстарҙы ғәмәлдән сығара башлауҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-26/deputaty-bashkirii-dostavili-gumanitarnuyu-pomosch-boytsam-svo-4067448

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика