

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы һәләк булған яугирҙең улынан хат алды һәм уға башҡорт һуғышсыларына яҙып ебәргән тулҡынландырғыс һүҙҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, тип хәбәр итә «Фронт хаттары Башҡортостан полкы» телеграм-каналы.
Малайҙың исеме Дима. Атаһы Бахмут өсөн (хәҙерге Артёмовск) барған алышта башын һалған. Дима үҙенең хатында атаһы менән ғорурланыуын яҙған һәм Башҡортостан яугирҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләгән.
«Ҡәҙерле Дима! Беҙ, «Башҡортостан» полкы яугирҙәре, һинең хатыңды алдыҡ. Рәхмәт һиңә хатың өсөн. Беҙҙән һиңә теләк шул: бирешмә, бойоҡма. Һин — ир-егет. Беҙ һине яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, иң мөһиме — һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ. Атайың өсөн мотлаҡ рәүештә үс алырбыҙ. Еңеү беҙҙең яҡта булыр!» — тине яугир.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.