Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+10 °С
10:43 (UTC+5), 19 Декабря 2024

Путин Рәсәйҙең МХО бурыстарын хәл итеүгә яҡын булыуы тураһында һөйләне

Фото: видеотрансляциянан скриншот
Инсаф Хужабиргәнов

Махсус операцияла хәл ҡырҡа үҙгәрә, фронт һыҙығы буйлап хәрәкәт итәбеҙ, Рәсәй яугирҙәре көн һайын ерҙәрҙе азат итеүгә өлгәшә, Рәсәй МХО бурыстарын хәл итеүгә яҡын тора. Был хаҡта Владимир Путин тура бәйләнеш барышында һөйләне.

— Рәсәй Ҡораллы көстәренең мөмкинлектәре арта бара. Яугирҙәребеҙҙең барыһы ла батырҙарса алыша, — тип билдәләне Путин һәм яугирҙәргә уңыштар, еңеү, өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Дәүләт башлығы ВСУ-ны Курск өлкәһенән ҡыуып сығарыу көнөн әйтмәйәсәген белдерҙе, ләкин быға шик юҡ.

— ВСУ өсөн Курск өлкәһенә инеүҙән һәм унда ҡалыуҙан мәғәнә юҡ, сөнки улар үҙҙәренең иң яҡшы штурм төркөмдәрен һәм подразделениеларын шунда ебәрә. Курск өлкәһен азат иткәндән һуң зыянды баһаларға мөмкин булыр, ләкин барыһын да тергеҙербеҙ. Рәсәй властары Курск өлкәһенән күсенеп китергә теләүселәргә ярҙам итер, — тип билдәләне Рәсәй президенты.

Путин Курск өлкәһендә алышҡан яугирҙәрҙең махсус операцияла ҡатнашыусылар булараҡ аҡса алмауын етешһеҙлек тип атаны. Ул был хәлде төҙәтергә ҡушты.

Дәүләт башлығы алыҫҡа атыусы «Орешник» ракетаһы хаҡында ла һөйләне. «Орешник»ты етештереү тураһында аҙаҡҡы ҡарарҙы үҙем ҡабул иттем, тип өҫтәне Путин.

— «Орешник»тың алыҫлығы 5,5 мең километрға тиклем тәшкил итә. Ракетабыҙҙы бер нисек тә бәреп төшөрөү мөмкинлеге юҡ, - тине Путин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-19/putin-rasskazal-chto-rossiya-vse-blizhe-k-resheniyu-zadach-svo-4059599

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика