

2025 йылдың яҙында «Патриот» хәрби-патриотик паркы скверында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа бюст асылырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә Мәғариф министрлығына тейешле йөкләмә бирҙе.
Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итеүенсә, скверҙы төҙөкләндереү тамамланған, Максим Серафимов мемориалы урынында яҡтыртҡыстар ҡуйылған, ваҡланған таш түшәлгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 августа Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналарҙа Башҡортостандың исемендәге «Патриот» паркында яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Максим Серафимов хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыу һәм сквер булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.