Белорет районында оборона министрлығы менән махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме арттырылды. Хәҙер муниципалитетта ул 500 мең һум тәшкил итә, тип хәбәр итте урындағы хакимиәт үҙенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә. Был 2024 йылдың декабрь аҙағына тиклем ғәмәлдә.
Әйткәндәй, Учалыла һәм Учалы районында контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаның күләме 500 мең һумғаса, шулай уҡ Нефтекамала 300 мең һумғаса арттырылды. Туймазыла һәм Туймазы районында ла шунса уҡ күләмдә түләнә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан хөкүмәте Рәсәйҙең оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм Өфөнөң һайлап алыу пунктынан хәрби хеҙмәткә ебәрелгән яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған 505 мең һумлыҡ түләүҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 2024 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтты. Ҡарар республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Шулай итеп, федераль түләүҙәр һәм муниципалитеттан өҫтәмә аҡса менән бергә, яңы контрактсыларға бер юлы 1305000 һум, һуңынан ай һайын 210 мең һум түләнә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.