Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84.4
+1.55
92.46
+1.64
71.69
-0.31
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Денис Пушилин Башҡортостан яугиренә ДНР Геройы исемен бирҙе

«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы
Фото:«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилин Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальонының «Африка» позывнойлы яугиренә «Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы» тигән маҡтаулы исем бирҙе. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙәр менән осрашыуға юнармеецтар ҙа килде. Йәш быуын махсус хәрби операция геройҙарына тиңләшә, тип билдәләне Денис Пушилин. Уның һүҙҙәренсә, тәрбиә һәм илһөйәрлек тураһында күп һөйләргә мөмкин, ләкин балалар өлкәндәрҙән өлгө алып үҫә.

«Ярҙам итергә, ситтә ҡалмаҫҡа кәрәк, тип өйрәтеп үҫтерҙеләр мине. Миҫалдарҙы күп күрҙем. Олатайым өс һуғышты үткән. Миңә ҡурҡыныс түгел ине, миңә кәрәк ине. Шуға күрә мин Ватанды һаҡлау өсөн махсус операцияға киттем», — тине «Африка» Пушилин менән осрашыуҙа.

Кесе сержант «Африка» Бишбүләк районында тыуып үҫкән. Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонда 2022 йылдан алып хеҙмәт итә, ул – пилотһыҙ осоу аппараттары операторы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл март айында «Африка» снайпер һөжүме менән ВСУ-ның тере көсөн юҡ иткән.

Башҡортостан яугире бер нисә тапҡыр киң мәғлүмәт сараларының яңылыҡтар сюжеты геройы булды. Яңыраҡ уның алғы һыҙыҡтағы эшен «Рәсәй 24» телеканалы күрһәтте.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-10/uchastniku-svo-iz-bashkirii-denis-pushilin-prisvoil-zvanie-geroy-dnr-4044880

Читайте нас: