Дүртөйлө районы активистары Курск өлкәһендә махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам алып килде. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә муниципалитет хакимиәте башлығы Риф Йосопов хәбәр итте.
Гуманитар ылауҙа пиломатериалдар, генераторҙар, газ баллончиктары, маскировка селтәрҙәре, йылы кейем, шәхси гигиена саралары, һыу һәм аҙыҡ-түлек, шулай уҡ яугирҙәрҙең туғандарынан шәхси посылкалар бар.
«Беҙ кәрәк-яраҡтар ғына түгел, күңел йылыбыҙҙың бер өлөшөн дә тапшырҙыҡ», — тине Риф Йосопов.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан ветерандары махсус хәрби операция биләмәһенә бер нисә автомобиль ебәрҙе.