Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры хәйриә спектаклен күрһәтте. Йыйылған аҡса махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙәргә йүнәлтелә, тип хәбәр итә театрҙың матбуғат хеҙмәте.
Спектакль Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған төйәгендә — Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында сәхнәләштерелде. Сараны театр Тәүәкән ауыл күп функциялы клубы менән берлектә ойошторҙо.
Баязит Бикбайҙың Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншиндың режиссураһында ҡуйылған «Ҡоҙаса» музыкаль спектакле, көлкөлө күренештәр, башҡорт йыр-бейеүҙәре залда йылы һәм дуҫтарса мөхит тыуҙырҙы. Был көндө тамашасылар менән шығырым тулы зал һәр кемдең яугирҙәргә ярҙам итергә әҙер булыуын раҫланы.
Спектаклдән һуң театр артистары тәүәкәндәр менән маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнашты.
«Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә, шулай уҡ Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимовҡа рәхмәт белдерәбеҙ», — тине Теләүембәт ауыл советы башлығы Булат Ҡаразбаев һәм театрға рәхмәт хатын тапшырҙы.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-05/v-bashkirii-pokazali-spektakl-v-podderzhku-svo-4039608