Башҡортостандан махсус хәрби операция яугире, «Башҡортостан» полкы медицина взводының эвакуациялау бүлеге командиры Илшат Шәһиҙуллин ғүмере буйына тиерлек Эске эштәр министрлығы системаһында хеҙмәт иткән.
Былтыр яҡташыбыҙ оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм 2023 йылдың авгусынан махсус операцияның хәрби бурыстарын үтәй. МХО биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Илшат Шәһиҙуллин генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөүгә бәйле һорауҙарҙы хәрби ведомствоның 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙарына шылтыратып, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында бирергә мөмкин. Һайлау алыу пунктының телефоны: (347) 248-29-31.