10:03 (UTC+5), 03 Декабря 2024

Өфөлә Рәсәй Геройының атаһы «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде

Иван Вавилов

Рәсәй Геройы Денис Чернавиндың атаһы Юрий Михайлович ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға тос өлөш индергәне өсөн «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде.

Өлкән Чернавин баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығында кадрҙар һәм хоҡуҡ эше бүлеге етәксеһе булып эшләй. Отставкалағы полковник элек алыҫ авиация штурманы булып хеҙмәт иткән.

«Өфөлә илебеҙҙең ғорурлығы булып торған ғаиләләр күп. Мәҫәлән, Чернавиндар ғаиләһе. Юрий Чернавиндың төп ҡаҙанышы — уның улдары. Өлкәне, Денис Чернавин, 319-сы айырым вертолет полкы командиры, Рәсәй Геройы, Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары кавалеры», — тине Өфө мэры Ратмир Мәүлиев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың йәйендә Денис Чернавиндың вертолеты дошман ғәскәрҙәре тупланған райондарға һәм колонналарға һөжүм яһаған. Һөҙөмтәлә 17 берәмек бронетехника (5 танк, 7 хәрби бронялы машина, 3 хәрби пехота машинаһы, 2 бронетранспортер) һәм 50-гә яҡын дошман юҡ ителгән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-12-03/ottsa-geroya-rossii-v-ufe-nagradili-medalyu-roditelskaya-doblest-4034818

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика