Юлай Ильясов Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын үтәй башланы. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң эштә тәүге оперативканы үткәрҙем. Районыбыҙҙа проблемалар кәмемәгән дә, артмаған да. Артабан эшләйбеҙ», — тип яҙҙы ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Юлай Ильясов 2023 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән махсус операция биләмәһенә китте. Былтыр ул «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә махсус хәрби операция иғлан ителгәс тә унда хеҙмәт итеү тураһында уйлана башлауы тураһында һөйләне. Ильясов алғы һыҙыҡҡа юлланғансы уҡ бер нисә тапҡыр гуманитар ылауҙы оҙатып барҙы.
Фронтта яугирҙең позывнойы «Самурай» булған. Бынан алдараҡ ул БСТ телеканалындағы «Геройҙар дәүере» телемарафонында дәүләт башлығының принциптарына таяныуы хаҡында әйткәйне.