
Бөгөн Башҡортостандан лейтенант, Рәсәй Геройы Никита Петровтың нисек батырлыҡ ҡылыуы хаҡында билдәле булды. Төп ваҡиғалар 2023 йылдың июнендә була. Никита Петровтың етәкселегендәге парашют-десант взводына Кременная ҡалаһы янындағы нығытмаларҙан нацистарҙы ҡыуып сығарыу бурысы ҡуйыла. Таң менән десантсы үҙенең штурмлау төркөмө менән бергә томан араһынан дошмандар нығытмаһына табан юллана.
Көтөлмәгән һөжүмдән нацистар юғалып ҡала. Рәсәй һалдаттары 9 кешене юҡ итә, икәүһен пленгә ала, шулай уҡ ике машинаны шартлата. Уңышлы һөжүмдән һуң десантсылар трофейҙар эҙләп, ВСУ позицияларын тикшерә башлай.
– Блиндаждарҙың береһендә Украина көстәренең картаһы табылған. Ундағы мәғлүмәттәр полк яугирҙарына дошман оборонаһына үтеп инергә мөмкинлек бирә. Рәсәй артиллеристары алынған координаталар буйынса снарядтар яуҙыра, – тип хәбәр итә Оборона министрлығы.
Һуңыраҡ гвардия лейтенанты Никита Петров дрон ярҙамында ВСУ-ның ике диверсия-разведка отрядын асыҡлай.
«Офицер шунда уҡ засада ойоштора. Ә дошман эҙәрлекләп бара һәм тауышһыҙ ҡорал ярҙамында юҡ итә», — тип билдәләнеләр Рәсәй Оборона министрлығында.
Никита Петров етәкселегендәге штурм төркөмө ике пикапты һәм 20-нән ашыу украин хәрбиһен юҡ итә. Ҡалғандары ҡаса. Никита Петров был алышта шәхсән үҙе алты кешене юҡ итә.
Һуңыраҡ Запорожье өлкәһендәге Вербовое районында Петровтың взводы ВСУ позицияларына үтеп инә. Был десантсыларға артиллерия утын көйләргә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә өс танк, дүрт бронетехника һәм 50-нән ашыу украин һалдаты юҡ ителә.
Батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн лейтенант Никита Петровҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Алтын йондоҙҙо батырға Рәсәйҙең оборона министры Андрей Белоусов тапшырҙы.
– Бөгөн, ил өсөн ауыр һәм яуаплы тарихи осорҙа, һеҙ үҙегеҙҙең хәрби бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ, ысын батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтәһегеҙ. Һеҙ хәрби антҡа һәм Ватанға тоғролоҡто, илебеҙ суверенитетын һәм граждандарыбыҙҙың имен тормошон ышаныслы яҡларға әҙер булыуығыҙҙы иҫбатлайһығыҙ. Үҙ бурыстарығыҙҙы өлгөлө үтәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе Рәсәй Федерацияһы Президенты юғары баһалай, — тип билдәләне Андрей Белоусов Никита Петровты һәм башҡа геройҙарҙы бүләкләү тантанаһында.
Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Радий Хәбировтың беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отрядына ярҙам итергә ҡушыуы тураһында яҙғайны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.