МХО-ла ҡатнашҡан «Хамас» позывнойлы яугир ялға ҡайтҡан һәм көтмәгәндә дауаханала эшләгән әсәһенең эш урынына килеп ингән. Әсәләр көнөнә ошонан да ҙурыраҡ бүләк юҡтыр.
— Сығышым менән Дәүләкәндәнмен, башҡортмон. Беҙ күптән Нижневартовск ҡалаһына күсеп киттек, — тип һөйләне яугир «Башинформ» агентлығына. — 2022 йылдан үҙ теләгем менән махсус операцияла ҡатнашам. Әсәйемә хәбәр итмәй ҡайтып, байрамға бүләк эшләргә теләгәйнем. Нисек килеп сыҡҡаны видеола күренә.
Әйткәндәй, яҡташыбыҙ тиҙҙән тыуған яғына ҡайтырға ниәтләй. Ул үҙенә позывнойҙы нисек һайлауы хаҡында һөйләне, ә бына наградалары хаҡында яҙмауыбыҙҙы үтенде.
— Мин — мосолман. Дуҫтарым һаҡалыма ҡарап, Хамас, тип шаяртҡайны, шул көндән ошо позывной тағылып ҡалды. Наградаларым бар, әлбиттә, әммә улар хаҡында һөйләргә яратмайым, — ти Дәүләкән егете.