Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туймазыла махсус хәрби операция контрактсыларына түләү күләме арттырылды

Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Туймазы ҡалаһы һәм районы граждандарына Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән осраҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 ноябрҙән 300 мең һумға тиклем еткерелде. Быға тиклем муниципаль түләүҙең күләме 100 мең һум ине.

Туймазы районы хакимиәтенең финанс идаралығы начальнигы Руслан Агапитов билдәләүенсә, Туймазы районынан хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән өсөн муниципаль түләү 200 мең һумға артты. Хәҙер ул 300 мең һум тәшкил итә.

Шулай итеп, Туймазы яугирҙәренә түләүҙең дөйөм суммаһы 4 225 000 һум аҡса түләнә (бер тапҡыр бирелә торған федераль, төбәк һәм муниципаль түләүҙәр менән бергә).

Бынан тыш, хәрби хеҙмәткәрҙәр 40-тан ашыу льготаға, шифаханаларға юлламаға һәм башҡа ярҙам саралына иҫәп тота ала. Тулыраҡ мәғлүмәтте туймазылар 7 906 373-00-21, 7-917-788-95-65 һәм (34782) 5-10-80 телефондары буйынса шылтыратып белә ала.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-19/v-rayone-bashkirii-uvelichilsya-razmer-vyplaty-kontraktnikam-svo-4014553

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас