Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-16 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Республикабыҙҙан медикаменттар тейәлгән гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужиндың телеграм-каналы
Фото: Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужиндың телеграм-каналы

Башҡортостандан сираттағы гуманитар йөк махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Республика яугирҙәренә ярҙам тураһында Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин хәбәр итте.

Муниципалитет етәксеһе һүҙҙәренсә, гуманитар  урындағы предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм район халҡы көсө менән әҙерләнгән. Улар яҡташтары өсөн медикаменттар, йылы кейем-һалым һәм термокейем, маскировка селтәрҙәре, буржуйка мейестәр, йоҡо тоҡтары, газ баллончиктары, окоп шәмдәре, өйҙә етештерелгән консервалар һәм башҡа аҙыҡ-түлек йыйған. Йөктө алғы һыҙыҡҡа Ыҫлаҡ ауыл биләмәһе башлығы һәм район хакимиәте вәкиле алып барып тапшырған.

«Күптәр ирҙәре, ағай-ҡустылары һәм ейәндәренең тиҙерәк өйгә ҡайтыуын көтә. Был — беҙҙең азатлыҡ һәм именлек өсөн көрәшкән ир-егеттәребеҙ өсөн башҡара алған эштәребеҙҙең бер кескәй өлөшө генә. Барыбыҙ ҙа Еңеүгә ышанабыҙ, һәм тап беҙҙең быуынға, ата-бабаларыбыҙ кеүек, донъяны фашизмдан яҡлау, тарихҡа инеп ҡалыу мөмкинлеге бирелде. Яугирҙәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн доға ҡылып ҡына торабыҙ», — тип яҙҙы Наил Әбелғужин үҙенең телеграм-каналында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 ноябрҙә Өфөнән Донбасҡа яҡташ яугирҙәргә 138-се гуманитар ылау ебәрелде. Оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин һәм Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак ҡатнашты, тип хәбәр иткәйне Башинформ

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-19/iz-bashkirii-v-zonu-svo-pribyl-gumkonvoy-s-medikamentami-4014239

Читайте нас