

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән «Журналист» позывнойлы яҡташыбыҙ гуманитар ярҙам ҡабул иткән. Ылауҙы Дүртөйлө районы халҡы тупланы, тип хәбәр итә яугир.
— УАЗ «буханка» автомобиле, коляскалы ике мотоцикл, квадрокоптер, тәгәрмәсле мискә-мунса, төҙөлөш материалдары, маскировкалау селтәрҙәре, яугирҙарға шәхси посылкалар һәм фронтта кәрәкле башҡа бихисап әйберҙәр. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы торған урынға республиканан сираттағы гуманитар ярҙам килеп етте. Был юлы адреслы ярҙам йыйыуҙа Хөснөтдинов крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Илшат Хөснөтдинов, Һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны, ирекмән Динар Ильясов, Төньяҡ Кавказда террорға ҡаршы операцияла ҡатнашыусы, водитель Рузил Лив улы Әғзәмов әүҙем ҡатнашҡан. Гуманитар ылауҙы МХО биләмәһенә район башлығы Риф Йосопов шәхсән оҙатып килде. Яугирҙарға ярҙам һәм иғтибарығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ысынлап та, еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙең йөрәктәр бергә тибә. Фронт менән тыл берҙәмлеге Еңеү нигеҙе, — ти «Журналист».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.