13:05 (UTC+5), 15 Ноябрь 2024

Башҡортостандан өс ағалы-ҡустылы ил һағына баҫҡан

Беҙҙең тыныслығыбыҙ һағында булыусы яугирҙәр рәтен Ейәнсура егеттәре әленән-әле тулыландырып тора. Август айында ағайлы-ҡустылы өс ир-егет контракт төҙөп, үҙ теләктәре менән илде һаҡларға йүнәлеүе, уларҙың береһе – “Биктик” хаҡында яҙғайныҡ инде. “Дикий” ҡушаматлы яугир - уның бер туғаны.

Уларҙың махсус хәрби операция урынына юлланыу тарихын ишетһәң, туғандар араһында бәйләнештең ни тиклем көслө булыуына тағы бер инанаһың.

– Бер туған ағайым Эльмирҙың ҡарарын белгәс, мин дә уның менән бергә барырға булдым. Ике туған ҡустыбыҙ Раян, беҙҙең икәүләп махсус хәрби операция урынына юлланасағыбыҙҙы ишеткәс, шунда уҡ: “Һеҙ барғас, мин дә ҡалмайым инде! Барам!” – тине. Бына шулай өсәүләшеп ил һағына юлландыҡ, – ти ғорурланып Илнур Биктимеров.

Өфөлә автобус водителе булып эшләгән Илнур ил һағына баҫҡас та һөнәренә тоғро ҡалған. Тегендә уның бурысы – ҙур тралда ауыр хәрби техниканы төрлө урындарға ташыу.

– Бында килеүем тормошҡа ҡарашымды үҙгәртте. Беҙ шул тиклем тыныс тормошта йәшәйбеҙ, әммә ҡайһы берҙә бының ҡәҙерен белеп бөтөрмәйбеҙ икән. Именлектең ҡәҙерен белергә, уның иң ҡәҙерле ҡиммәт икәнлеген аңларға кәрәк. Был ваҡиғалар күптәрҙең донъяға ҡарашын үҙгәрткәндер, моғайын, – тип уйланыуҙары менән уртаҡлашты яугир.

Илнурҙы өйҙә ҡатыны Регина, ике ҡыҙы һағынып көтә. Әлегә ике араны телефон бәйләй. Шылтыратыуҙар, видеобәйләнеш һағыныу һағышын баҫа. Әсәһе Хәсибә апай, апаһы Айгөл, кесе туғандары ла яугир өсөн ут йота, шул уҡ ваҡытта уның ҡыйыулығы менән сикһеҙ ғорурлана.

Айна Иманғолова.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика