Өфөнән «Чиж» позывнойлы яугир ҡатынын алғы һыҙыҡҡа оҙатып ҡалды. Улар икеһе лә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Бөгөн ғаилә башлығы республикала реабилитация үтә, ә ҡатыны отпускынан һуң медицина ротаһы составында йәнә МХО зонаһына юлланды.
— Мин яраланғандан һуң республикала дауаланам. Бөгөн ҡыҙым менән әсәйебеҙҙе оҙатабыҙ. Уның позывнойы – «Лиса». Ул юғалып ҡалғандарҙан түгел, оло батырлыҡ менән МХО бурыстарын үтәүҙә ҡатнаша. Үҙем дә тиҙҙән сафҡа баҫырмын тип ышанам, – тип һөйләне «Чиж».
«Башинформ» отпускынан һуң яугирҙарҙы МХО зонаһына оҙатыуҙа ҡатнашты: https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-13/boets-iz-bashkirii-provodil-na-svo-zhenu-i-tovarischey-4006148