Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙә махсус хәрби операцияла яраланған яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды

Эдуард Ҡусҡарбәков
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков

Рәсәйҙә ил президенты Владимир Путин указы менән махсус хәрби операция биләмәһендә яраланыу һөҙөмтәһендә инвалидлыҡ алған яугирҙәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 4 миллион һумға тиклем арттырылды.

Рәсми документта билдәләнеүенсә, әгәр хәрби 2022 йылдың 24 февраленән указ көсөнә ингәнгә тиклем имгәнгән булһа, бер тапҡыр түләнергә тейешле аҡса, яраланғанда бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе иҫәпкә алып, «Ватанды һаҡлаусылар» фондынан бирелә.

«Башинформ» Рәсәй хөкүмәтенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләмен раҫлауы тураһында хәбәр иткәйне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яугирҙәргә 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылды. Республиканың ошо йүнәлештәге тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә өйрәнәләр.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-14/v-rossii-uvelichili-edinovremennuyu-vyplatu-ranenym-boytsam-svo-4007856

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас