Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты махсус хәрби операция геройҙарына ер участкалары алыуҙы ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Республика парламентында белдереүҙәренсә, ноябрҙәге пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» законға үҙгәрештәр индерелә.
– Республикабыҙҙа махсус операция геройҙарына шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары милеккә бирелә, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – «Рәсәй Геройы» исеменә лайыҡ булған йәки Рәсәй Федерацияһы ордендары менән бүләкләнгән яугирҙәр ошондай хоҡуҡҡа эйә. Улар махсус хәрби операция барышында йәки алған яраларынан һәләк булған осраҡта ергә хоҡуҡ менән ғаилә ағзалары файҙаланырға мөмкин. Ергә хоҡуҡты тормошҡа ашырғанда техник яҡтан ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Махсус операцияла ҡатнашыу фактын төрлө документтар менән раҫларға тура килә. Ҡағыҙ мәшәҡәттәре күп ваҡытты ала. Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр был процедураны ябайлаштырырға тейеш. Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Оборона министрлығынан һоратып алырға мөмкин.
Парламент рәйесе фекеренсә, әлеге закон ер участкаларын бүлеү процесын тиҙләтә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.