07:23 (UTC+5), 12 Ноября 2024

Башҡортостанда призывниктарҙың Курск өлкәһенә ебәрелеүе хаҡындағы хәбәрҙе инҡар иттеләр

Фото: Башҡортостандың хәрби комиссариаты
Инсаф Хужабиргәнов

Ошо көндәрҙә WhatsApp мессенджерындағы ҡайһы бер чаттар һәм каналдар Өфөләге йыйылыу пунктында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың Курск өлкәһенә ебәрелеүе хаҡында ялған мәғлүмәт баҫтырҙы. Баш ҡала йыйылыу пунктына 312 призывникты йыйғандар, насар шарттарҙа тоталар, уларҙы Курск йүнәлешенә ебәрергә йыйыналар, тиелә унда. Мәғлүмәттәр ябыҡ чаттар буйлап таралған.

Башҡортостан хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы Спартак Джикаев әйтеүенсә, әрмегә саҡырылыусылар махсус операция зонаһына, шулай уҡ Курск өлкәһенә ебәрелмәйәсәк.

– Интернетта таралған яҙманы уҡып сыҡтым. Был ялған мәғлүмәт, ысынбарлыҡҡа тап килмәүен тулы яуаплылыҡ менән әйтә алам. Атап әйткәндә, октябрь айында 800-ҙән ашыу кешене хеҙмәт итеү урындарына оҙаттыҡ, егеттәр Мәскәү, Һамар, Саратов һәм Ленинград өлкәләрендә, шулай уҡ Ростов өлкәһенең көньяҡ өлөшөндә хеҙмәт итә. Башлыса — Үҙәк федераль округ. Курск өлкәһенә октябрҙә лә, ноябрҙә лә оҙатыу планлаштырылманы, — тип билдәләне Джикаев.

Ялған хәбәрҙә күрһәтелгән Өфө йыйылыу пунктында тыныс мөхит, егеттәр хәрби частарға тәғәйенләнгәндән һуң юлға әҙерләнә. Призывниктар әйтеүенсә, йыйылыу пунктында йәшәү шарттары яҡшы.

«Мин Дзержинскиға хеҙмәт итергә барам. Бында 7 ноябрҙән бирле йәшәйем. Барыһы ла яҡшы. Тәмле ашаталар. Төшкө ашҡа салат, һурпа, өҫтәп ҡарабойҙай йә макарон бирәләр», — тип билдәләне хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың береһе Илнар Фазлыев.

– Бөгөн кис юлға сығабыҙ, Мәскәү өлкәһендә Милли гвардияла хеҙмәт итәсәкмен. Ата-әсәйҙәр, һәр ир-егеткә хеҙмәт итергә кәрәк, тиҙәр. Бөтә ир-егеттәр ҙә быны үтергә тейеш, – тине Радмир Баязғолов.

Алдан «Башинформ» хәбәр итеүенсә, көҙгөһөн Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә 4 меңдән ашыу кеше алынасаҡ. Призывниктар Ҡораллы Көстәрҙең бөтә тармаҡтарын һәм бүлексәләрен, шулай уҡ башҡа федераль башҡарма органдарҙың хәрби частарын тулыландырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итмәйәсәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-12/voenkomat-bashkirii-oproverg-feyk-ob-otpravke-prizyvnikov-v-kursk-4004542

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика