17:14 (UTC+5), 11 Ноября 2024

Рәсәйҙә яугир ғаиләләре торлаҡ өсөн аҡса алырға хоҡуҡлы

Фото: «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алырға мөмкин. Тейешле документҡа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Әлеге ваҡытта өс һәм унан күберәк балаһы булған йәш ғаиләләр, шулай уҡ 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн иҫәпкә баҫҡан йәш ғаиләләр ошондай түләүҙәр алыу өсөн өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә бындай хоҡуҡтан файҙаланырға мөмкин.

Торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләү йәше 35-кә етмәгән ғаиләләргә тапшырыла. Балаларҙың булыуы мотлаҡ түгел. Бынан тыш, бер йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән, 35 йәше тулмаған яңғыҙ атай йә иһә әсәй ҙә дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы. Төп талап – ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булырға тейеш.

Түләүҙең күләме торлаҡ хаҡынан 30-35% тәшкил итә. Аҡсаны өй, яңы һалынған йортта фатир алыу, шәхси торлаҡ төҙөү, шулай уҡ тәүге иғәнә йәки ипотеканы ҡаплау өсөн тотонорға була.  

– Беҙ алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙҙең киләсәген яҡлаған ир-егеттәргә ярҙам итеү өсөн артабан да тейешле ҡарарҙар ҡабул итербеҙ, – тип билдәләне Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә.

«Башинформ» шулай уҡ Белорет районынан яугирҙәргә гуманитар ылау менән төҙөлөш материалдары һәм буржуйка мейесе ебәреүҙәре тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-11/v-rossii-semi-boytsov-svo-poluchat-vyplaty-na-zhilie-v-prioritetnom-poryadke-4003400

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика