06:04 (UTC+5), 11 Ноября 2024

Малаяҙ уҙаманынан — МХО-ға тәгәрмәсле мунсалар

Салауат районының Малаяҙ ауылында Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы етәксеһе Рөстәм Хөснуллин МХО яугирҙарына 15-се күсмә мунсаны әҙерләй.

Фото: Рөстәм Хөснуллин
Инсаф Хужабирганов

Ул алыҫ 2015 йылда уҡ Донбасс ерҙәренә барып ҡайта. Украина тарафтарында хәл-ваҡиғалар киҫкенләшеп киткәндән һуң, зыян күргән халыҡҡа ярҙам күрһәтә, бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған батырҙарыбыҙҙың эҙҙәре буйлап йөрөй.

— Гуманитар йөк ташыныҡ. Шул ваҡытта уҡ сәйәси ваҡиғалар киҫкенләшкәйне. Махсус хәрби операция башланғас, Афған һуғышын үткән ветеран булараҡ, яугирҙарға ярҙам итеүҙе үҙемдең төп бурысым итеп күрҙем. Ошо көнгәсә ул тарафтарға 31 тапҡыр барып ҡайттым, — ти Рөстәм Хөснуллин.  

МХО башланғас та, ветеран үҙенең ҡапҡа алдын ҙур оҫтаханаға әйләндерә. Яугирҙарға 14 мобиль мунса әҙерләп, алғы һыҙыҡҡа оҙата, ҡайһыларын үҙе алып бара. Бынан тыш, халыҡ менән бергә егеттәр өсөн машиналар һатып алып ремонтлай.  

— Бөгөн 15-се мобиль мунсаны әҙерләйбеҙ. Тәүге мунсаларҙы әҙерләгәндән һуң, һалдаттар үҙҙәре һорап мөрәжәғәт итә башланы. Улар бит икешәр ай буйы мунса күрмәй. Әле «Өфө» позывнойлы яҡташым, ағай, ярҙам ит инде, тигәс, тағы эшкә тотондом. Мунсаларҙы әҙерләргә райондаштар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары әүҙем ярҙамлаша: кемдер — аҡсалата, кемдер — төҙөлөш материалдары менән. Ауыл ир-егеттәре мунсаларҙы ҡорорға ярҙам итә. Район эшҡыуары, Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары союзы рәйесе Исрафил Хайровҡа айырыуса ҙур рәхмәт. 

Рөстәм Хөснуллин утыҙ йылдан ашыу ғүмерен йәш быуынды уҡытыуға бағышлаған. Бөгөн Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалында эшләй. 

— Эштәребеҙҙе «Атайсал» проектында теркәнек. Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылған проекттың халыҡҡа файҙаһы бик ҙур. Радий Фәрит улы МХО башланыу менән егеттәргә ҙур ярҙам күрһәтә, үҙе лә даими рәүештә яугирҙар янына барып тора. Ошоноң өсөн уға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм, — ти Рөстәм Нәбиулла улы.

Рөстәм Хөснуллин йәнә алғы һыҙыҡҡа әҙерләнә, һалдаттар өсөн иң кәрәкле ярҙам йыйыла — тәгәрмәсле мунсалар, УАЗ «буханкаһы», эш ҡоралдары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар. Уға имен-һау йөрөп ҡайтыуын теләйек!

1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика